Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған. Хайуандарҙың беренсе партияһы «Мораҙым тарлауығында» төпләнде. Бында улар үҙҙәрен яҡшы тоя һәм Башҡортостан тәбиғәтенең ысын биҙәге булып тора. Ә хәҙер уларға тағы ла зубрҙар килде. Рәхим итегеҙ!, тип яҙған Башҡортостан башлығы. Республиканың зубр үрсетеү буйынса тәжрибәһе Рәсәйҙең тәбиғәт министрлығында юғары баһаланды.