Иглин раойнында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2024» конкурсының муниципаль этабын үтте

Унда тәжрибәле һәм йәш уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре көс һынашты. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы ҡатнашыусылары өс йүнәлеш буйынса баһаланды.

Бәйгелә Көҙәй ауылы мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы Эльвира Хисаметдинова еңде, уға 60 мең һумлыҡ аҡсала сертификат тапшырылды. Номинация еңеүселәре лә буш ҡалманы. Алты педагог диплом һәм 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. «Педагогик аралашыу сәнғәте» номинацияһында Иглин ауылының Данис ТикЕев исемендәге 4-се мәктәп уҡытыусыһы Зәлиә Илембәтова еңеү яуланы.