Хәҙер ул республика кимәлендә төбәк данын яҡлай. Әле “Ете ҡыҙ” исемле байрам уҙҙы Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән сая булған, ир-егеттәр менән бер рәттән уҡ-һаҙаҡ тотҡан, һыбай йөрөгән. Үрге Яйыҡбайҙа үткәрелгән сара ошоно тағы ла бер ҡат дәлилләне. Конкурста ҡатнашырға теләк белдергән ете гүзәл зат атта сабышыу, уҡтан атыу, көйәнтәләп һыу ташыу, ат туғарып - егеү буйынса һынауҙарҙы лайыҡлы үтте.
Сибай ҡалаһынан Резеда Латыпова өсөн бындай конкурс һис тә ауырлыҡ тыуҙырмай. Ул һәр саҡ ошондай сараларҙа ҡатнаша. Резеда был юлы ла барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Гран-приға лайыҡ булды.
Көндөң сатлама һыуыҡ булыуы ла Үрге Яйыҡбай ауыл халҡына “Ете ҡыҙ” саялыҡ конкурсын үткәреүгә ҡамасауламаны. Ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларға тирмәлә эҫе аш, самауыр сәйе әҙерләне.
Төрлө спорт төрҙәрендә көс һынашҡандан һуң Лилиә Сирбаева-беренсе, Сәғиҙә Рахманғолова - икенсе, Минзилә Латыпова өсөнсө урынға сыҡты. Башҡа конкурсанттарға «Тамашасы һөйөүе», «Иң етеҙ», «Мәргән», «Сая» номинациялары тапшырылды.
Альбина Байегетова