Яңы йыл алдынан бала ниндәйҙер мөғжизә көтә. Совет районы мәғариф учреждениеларында белем алыусыларҙың шатлығын Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә власть вәкилдәре, депутаттар ҙа уртаҡлашты.
Уҡыусыларҙы Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Баҙғотдинов тәбрикләп, Өфө мэры исеменән тәмле күстәнәстәр тапшырҙы.
Шыршы тирәләй күңел асҡандан һуң балалар «Ҡыш бабайҙың ейәне мажараларын»ҡараны. Өфө балалар филармонияһына байрамға саҡырылыусыларҙың яртыһынан күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары.