“Роснефть” компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы Өфө дәүләт нефть техник университетында «Башнефть-Переработка» кафедраһын асты. Быйыл кафедрала тәүге 80 студент белем ала.
Яңы кафедрала студенттар белемен «Башнефть» компанияһы филиалында практик яҡтан һынап ҡарай ала. Кафедраның төп бурыстарының береһе - буласаҡ белгестәрҙе тренажер комплекстарында авария шарттарында хәүефһеҙ технологик процестар һәм эштәр алып барыуға өйрәтеү. Студенттар нефть эшкәртеү заводында производство һәм диплом алды практикаһын үтә, ғәмәлдәге производство темалары буйынса сығарылыш эштәре яҙа. Завод эксперттары лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Технология факультетының өлкән курстарында уҡығандарға эшсе һөнәрҙәр буйынса эш тәҡдим ителә. База кафедраһын булдырыу «Башнефть» компанияһына практик тәжрибә туплаған, етештереү талаптарын белгән квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирә. Үҙҙәрен күрһәткән студенттарға «Башнефть» заводтарына эшкә урынлаша ала. Өфө дәүләт нефть техник университеты - Башҡортостан вуздары араһында кадрҙар әҙерләүҙә «Башнефть» компанияһының төп партнеры. «Башнефть» хеҙмәткәрҙәренең 50 проценты - ошо университетты тамамлаусылар.