Ауырғазы районының Ибрай һәм Балыҡлыкүл ауылы халҡы республика программаларында ҡатнашырға иҫәп тота

Маҡсатлы эш һөҙөмтәһе. Ауырғазы районының Ибрай һәм Балыҡлыкүл ауыл хакимиәте биләмәләре йыл йомғаҡтарын барлап, киләһе йылға аныҡ саралар ҡабул итте. Урындағы халыҡ республика программаларында ҡатнашырға иҫәп тота. Улар араһында ведомство һәм дәүләт проекттары ла бар. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балыҡлыкүл ауылы хакимиәте биләмәһенең инициатив төркөм ағзалары сираттағы ултырышҡа йыйылды. Көн ҡаҙағында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына тәҡдим ителәсәк проект ҡарала. Сираттағы конкурсҡа улар Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының исемлеген ҡайтанан мәңгеләштереү мәсьәләһен тәҡдим итә. Ошо маҡсатта Балыҡлыкүлдән сыҡҡан һуғыш һәм тыл ҡаһармандары яңынан өйрәнелгән.

Балыҡлыкүл ауыл хакимиәте биләмәһендә йәшәүселәрҙең республика программаһында ҡатнашыу тәжрибәһе етерлек. Теләк тә бар. Урындағы халыҡтан, бағыусыларҙан күпме аҡса йыйыу мәсьәләһе лә киҫкен тормай. Мемориал комплекс эшләнә ҡалһа, ауыл тарихын һөйләр музей ҙа булдырылыр ине, тигән теләктә ҡала.

Бөгөн мәҙәниәт усағы гөрләп тигәндәй эшләй. Уның буш торған көнө юҡ. Балалар ҙа, оло быуын вәкилдәре лә төрлө ижади түңәрәктәргә теләп йөрөй.

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә ойошторолған фекер алышыу ҙа концерт программаһынан тыш үтмәне. Сәхнәлә тап Яңы Федоровка ауылы мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны. Артабан, көн тәртибендә ауылдаштарҙы борсоған һорауҙар ҡаралды. Инициатив төркөм рәйесе һәм ағзалары тауыш биреү буйынса һайлап алынғас та, республика программаһына тәҡдим ителәсәк проект менән таныштылар.

Ибрай ауыл хакимиәте өс проект менән сығыш яһаны. Тракторға кәрәкле ҡоролмалар алыу һорауы ҙур хуплау тапты. Ауырғазылар хужалыҡ техникаһының йыл әйләнәһенә халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәгенә өмөт итә.

Фекер алышыу тамамланғас та Балыҡлыкүл һәм Ибрай ауылдары хакимиәте биләмәһенең инициатив төркөм ағзалары бөгөндән ныҡлы эшкә тотондо. Маҡсат - урындағы башланғыстарҙы берҙәмлектә тормошҡа ашырыу.

Азат Ғәлиуллин