«Ватанды Һаҡлаусылар» төбәк филиалы Рәсәйҙә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы илдә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылған. Йыл йомғаҡтары илдең барлыҡ филиалдары етәкселәре ҡатнашлығында «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһында барланған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итә.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Президент Владимир Путин башланғысы менән булдырылған. Ойошма махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялауға булышлыҡ итеү, уларға психологик ярҙам күрһәтеү, оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү, протездар менән тәьмин итеү, тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙарҙы ҡайтанан һөнәргә уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Фонд филиалы Башҡортостанда ярты йылдан ашыу эшләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ошо ваҡыт эсендә социаль координаторҙар 15 меңдән ашыу осраҡ буйынса ярҙам күрһәткән.