Отпуск ялында булған яугирҙар яңы йыл алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙна ял иткән яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурыстарҙы үтәүен дауам итәсәк. Яугирҙар ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена»спорт комплексы алдындағы майҙандан ҡуҙғалды. Ил именлеге өсөн көрәшеүселәрҙе берҙәмлек, туғандарса ҡараш берләштерә. Ялға ҡайтыусылар шәхси әйберҙәрен генә түгел, хеҙмәттәштәренә алып барып тапшырыу өсөн посылкалар ҙа алған.