Туймазы районындағы юл фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районындағы юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай. Авария кисә Һамар-Өфө- Силәбе трассаһының 1325-се саҡрымында теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек ир идара иткән «Исузу» йөк машинаһы «Шевроле» автомобилен бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдә ултырған 42 йәшлек пассажир ҡатын, ашығыс ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем вафат булған. 12 йәшлек пассажир малай менән водитель дауаханаға оҙатылған.