Башҡортостан медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Яңы йыл алдынан дәүләт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында ҙур медицина учреждениелары етәкселәре лә, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, водителдәр ҙә бар. Һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы, тиҫтәләрсә йылдар дауамында халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Махсус хәрби операция башланғандан һуң күптәре Донбасҡа барып ерле халыҡҡа, яугирҙарыбыҙға медицина ярҙамы күрһтәкән. 2022 йылдан башлап Луганск һәм Донецк өлкәһенә Башҡортостандан 200-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре барып ҡайтҡан. Алыҫ сәфәргә 2-3 тапҡыр юлланыусылар ҙа бар.

Беҙҙең табиптар бригадаһы Донбасс халҡына ике йылға яҡын ярҙам күрһәтә, ерле халыҡтың сифатлы медицина хеҙмәтләндереүенә ихтыяжы ҙур, улар яҡташтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында эшләп ҡайтҡан стоматологтарҙың хеҙмәтен билдәләп үтер инем. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙың тештәрен дауалап ҡайтты.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе

Махсус хәрби операция тотош ил, шул иҫәптән Башҡортостан халҡының берҙәмлеген күрһәттте. Һәр кем үҙ урынында еңеү өсөн көрәш алып бара, медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ирекмәндәр ҙә, ябай халыҡ та. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы ошо берҙәмлектең сағылышы.

Руслан Насретдинов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе

Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы - халыҡ сәләмәтлеге һағында тороу. Ә Донбасҡа командировкаларға килгәндә, әлбиттә, оҙайлы ваҡытҡа ғаиләне ҡалдырып китеү, сит ерҙә эшләү еңел түгел. Әммә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Ерле кешеләрҙең йылы мөнәсәбәте, хөрмәт-ихтирамы ла көс-дәрт өҫтәй. Тәүлек әйләнәһенә, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән саҡтар ҙа була, ти улар.