«Электрон мәктәп»кә теләгән һәр уҡытыусы теркәлә ала. Унда барлыҡ фәндәр буйынса тест һәм ижади һорауҙар, төрлө эштәр ҡуйылған. Һынауҙы үткән уҡыусыларға бонус - кирбес бирелә. Уларҙан өй йәки башҡа төрлө бина һалып виртуаль ҡаласыҡ төҙөргә мөмкин. Был уҡытыу системаһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары уйлап сығарған. Программаны камиллаштырыу дауам итә.