"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты быйыл да ғәмәлгә ашырыла

Был турала Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 2024 йылда дөйөм оҙонлоғо 132 километр юлды, 7 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн 4 миллиард 200 миллион һум тотонола.2023 йылда Башҡортостанда милли проект буйынса 209 километр юл ремонтланды. Эштәр өсөн 10 миллиард ярым һум тотонолдо. Аҡсаның  күбеһе федераль ҡаҙнанан бүленде.