Тырыш эшкә баһа. Бөгөн Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм республика дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Колонналар залына төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре - идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, уҡытыусылар, инженерҙар, эшселәр, табиптар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар йыйылды.
Хеҙмәт юлын ауыл уҡытыусыһы булып башлап педагогия фәндәре докторы кимәленә күтәрелгән. Күп һанлы музейҙарҙы асыуҙа ҡатнашҡан, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаттвң тарихын асыу инициаторҙарының береһе булған. 40 йылдан ашыу ғүмерен педагогик хеҙмәткә бағышлаған Ильяс Вәлиев Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлап төбәк етәксеһе ҡулынан тағы бер төркөм педагогтар награда алыу бәхетенә иреште. Баймаҡтар иһә делегация менән килгән.
Бүләкләнеүселәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. «Башҡортостан полкы» хәрбиҙәре колонналар залынан түштәренә Миңлеғәле Шайморатов миҙалы тағып сыҡты. Яңы йылды яҡындары менән бергә ҡаршылағандан һуң улар тағы ла яу яланына юллана.
Башҡортостан башлығы яу һәм хеҙмәт фронтында арымай - талмай эшләгән 80 кешенең ҡулын ҡыҫты.
Рәмилә Исмәғилева