Константин Толкачев «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Парламент спикерына Өфөнән, Яңауыл һәм Борай райондарынан балаларҙың теләктәре эләкте. Үҙҙәренең хатында улар Яңы йылға бүләккә ҡурсаҡ өйө, велотренажер, колонка һәм планшет һорап яҙған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Теләктәр шыршыһы» 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыу.