Өфө мәктәбе «Минең кеүек эшлә» Бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы

Өфөләге 63-сө коррекция мәктәп-интернаты «Минең кеүек эшлә» Бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы. Сара ауыр тормош хәлендә ҡалған бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләүҙә уңышлы тәжрибәләрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолған. Унда ҡатнашыу өсөн 63-сө коррекция мәктәп-интернаты видеояҙма төшөрөп ебәргән.

Конкурсҡа килгән 750 заявка араһында финалға 200 ҡатнашыусы һайлап алына. Бөтә Рәсәй бәйгеһенең икенсе этабы Мәскәүҙә үткән. Өс көнгә иҫәпләнгән сарала остазлыҡ методикалары ҡаралған, оҫталыҡ дәрестәре, тематик сессиялар һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн түңәрәк өҫтәл артында әңгәмәләр ойошторолған.

«Минең кеүек эшлә» Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусылары өс номинацияла баһаланған. Жюри ҡарарына ярашлы, «Гел эргәлә» йүнәлеше буйынса Өфөнөң 63-сө һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәп-интернаты беренсе урынға лайыҡ була. Видеояҙмала ҡатнашыусы уҡытыусылар һәм малай-ҡыҙҙар төркөмө диплом һәм аҡыллы колонка менән бүләкләнгән. Әле белем усағында 200 бала белем ала.