Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова эшмәкәрлегенә арналған ижад кисәһе үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер оҫталығы һәм режиссура кафедраһы профессоры Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова эшмәкәрлегенә арналған ижад кисәһе үтте. «Ижад ит. Һөй. Хыяллан!» тип аталған кисә профессорҙың төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуы форматында үтте.

Земфира Хөсәйенова тиҫтәләрсә быуын уҡыусылары өсөн абруйлы остаз, уның уҡыусылары араһында республика сәхнәләре йондоҙҙары, театр актерҙары, билдәле йырсылар бар. Профессор башҡорт фольклорын сәхнә телмәре дәрестәрендә ҡуллана. Ижад кисәһе уңайынан уны курсташтары, уҡыусылары ҡотланы.