Башҡортостанда оборона сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләүгә иғтибар арта

Урта профессиональ белем биреү буйынса совет ултырышында шулай тип билдәләнде. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе директоры урынбаҫары Николай Лютов белдереүенсә, колледждар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла. Киләһе йылда предприятие 4 мең 800 белгесте эшкә алырға планлаштыра. Ул Оборона-сәнәғәт предприятиелары өсөн колледж студенттары менән маҡсатлы килешеүҙәр төҙөүгә квоталарҙы арттырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына ошо  тәҡдимде  өйрәнергә ҡушты.