Республика Башлығы белдереүенсә, был иң беренсе сиратта сәнәғәт үҫеше менән бәйле. - Быйыл сәнәғәт 7 процентҡа үҫте. Был хеҙмәт ресурстарында ла сағылды. Беҙ маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул итеүҙе арттырҙыҡ, колледж һәм предприятиелар араһында бәйләнештәрҙе нығыттыҡ. Төпкөл ауылдарҙа колледж филиалдарын булдырабыҙ. Беҙҙең балалар сиктәш төбәктәргә китмәй, үҙебеҙҙә белем ала. Эшсе ҡулдарға ихтыяжды кәметеү өсөн тейешле саралар күрелә, тине Радий Хәбиров.