Өфөлә Яңы йыл төнөндә байрам концерты була

Ул Рус драма театры янындағы майҙанда ойошторола. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары, шулай уҡ “Бишбармаҡ” оркестры сығыш яһай. Тамашасыларҙы Өфө Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыу сәләмләй. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана, 1 ғинуарҙа төнгө 2-лә тамамлана. Баш ҡалала төнгө сәғәттәрҙә лә йәмәғәт транспорты йөрөй.