Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостандан сираттағы гуманитар конвой юлланды

19 фуранан торған ылауҙа Башҡортостандан Рәсәй оборона министрлығы берләшмәләре доброволецтары һәм Рәсәй милли гвардияһы яугирҙарына ярҙам - утын, автоприцеп, мобиль мунсалар, буржуйка-мейестәр, хеҙмәт ҡоралдары, йылытыу пушкалары тупланған. Бынан тыш, йылы кейемдәр, йоҡо тоҡтары, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм исемле посылкалар ҙа бар.

Хәрбиҙәргә адреслы ярҙамды ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр әҙерләгән. Башҡортостан «Барвинок» балалар баҡсаһы һәм Луганск ҡалаһының 4-се мәктәбенә лә күстәнәстәр оҙатҡан.