Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡаларынан һәләтле балалар, уҡыу алдынғылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең балалары йыйылды. Малай-ҡыҙҙарҙы байрамдың төп ҡунаҡтары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары сәләмләне.
Республиканың төп шыршыһы уттарын балалар бергәләп ҡабыҙҙы. Спортсылар, уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадала еңеү яулаған ҡыҙҙар-малайҙар йылдағыса баш ҡалаға байрамға йыйылды. Улар Өфө тетарҙары актерҙары менән әкиәт донъяһына сумды.
Президент шыршыһында ҡатнашыусы балалар йылдан йыл арта. Быйыл сағыу тамашаны Башҡортостан төбәктәренән 1100 уҡыусы ике төркөмгә бүленеп ҡараны. Мөғжизәле байрам алдынан республиканың төп шыршыһында ҡатнашыу - һәр баланың хыялы.
Шыршы тирәләй бейегәндән һуң байрам ҡунаҡтары концерт залында сағыу тамаша ҡараны. Йыл буйына тырышып уҡыған һәләтле балалар, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәүсе хәрбиҙәрҙең балалары өсөн онотолмаҫлыҡ тамаша ойошторолдо. Яңы йыл иң мөғжизәле байрам, һәр бала тап үҙенең көтөп алған хыялы тормошҡа ашырына ышана.
Лилиә Мәҡсүтова