Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәҙрә аша тәҙрә шаҡый

Яңы йыл байрамын Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Улар әкиәт персонаждары костюмдарын кейеп ҡыйыҡҡа беркетелгән арҡандарҙа баш ҡаланың 92-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәренең бүлмәләренә тәҙрә аша инде. Белем усағында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар уҡый. Улар өсөн конкурс-викториналар үткәрелде. Балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғыр һөләп, бүләктәр алды. Байрам «Яңы йыл алды хәүефһеҙлек марафоны» акцияһы сиктәрендә үтте.