Был хаҡта Владимир Путин уҡытыусы һәм остаз ролен нығытыуға арналған Дәүләт Советы ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Осрашыуҙа уҙып барған уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалып, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүсе саралар һәм остазлыҡ институтын үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары тикшерелде.
«Тәрбиә эше, әлбиттә, мәктәп менән генә сикләнергә тейеш түгел. Беҙгә балалар һәм йәштәр өсөн дөйөм остазлыҡ системаһын булдырырға кәрәк, - тине дәүләт башлығы. Рәсәй Президенты шулай уҡ хөкүмәткә педагогтарҙың хеҙмәтенә түләүгә системалы алымдар әҙерләргә һәм ҡануниәттә остазлыҡ өсөн өҫтәмә түләүҙәр иҫәпләү мөмкинлеген күҙ уңында тоторға ҡушты.