Шаран районы Һарыһаҙ ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Һуңғы ике йылда Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын модернизациялау программаһы буйынса районда ошондай 9 дауалау учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылған. Яңы ФАП бер нисә ауылда йәшәүселәрҙе - йәмғеһе 308 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Заманса медицина учреждениеһында ауыл фельдшеры Фәйрүҙә Әҙелгәрәева эшен дауам итәсәк. Белгестең хеҙмәт тәжрибәһе 4 тиҫтә йылға яҡын. Район башлығы менән бергә ул ҡыҙыл таҫманы ҡырҡып яңы фапҡа инде. Дауалау учреждениеһы йылы һәм заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған.