Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған

Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған тиерлек. Шишмә районында республиканың күләмле объекты өҫтөндә эш дауам итә. Ул «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексынан да ҙурыраҡ булыр тип көтөлә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш эштәре объекттың тышҡы һәм эске өлөшөндә лә бара. Ул урындағы рельефҡа яраҡлаштырыласаҡ. Тимер ҡоролмаларҙкан торған Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге үҙе лә ҡалҡыулыҡты хәтерләтә. Объект дизайнында Шишмә районындағы ландшафт та объект сағылыш табасаҡ.

Ул үҙенә күрә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле визит үҙәге булыр тип көтөлә. Проекттың бер мөйөшө лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, экспозицияға сығарыласаҡ ҡайһы бер артефакт әйберҙәр әле үк халыҡ араһында киң билдәле.

Музейҙың визит үҙәге менән танышҡан халыҡ, артабан эко-һуҡмаҡ буйлап кәшәнәнең үҙенә күтәрелә ала. Ул тик тәбиғи материалдарҙан ғына ҡоролған, хатта бер шөрөп, сөй ҙә ҡағылмаған.

Эко-һуҡмаҡ эшләнер алдынан кәшәнәнең эргә-тирәһе төрлө белгестәр тарафынан тикшерелә. Археологтар ҡаҙыныу эштәрен алып барһа, ботаниктар флора һәм фауна донъяһын өйрәнә. Уның һөҙөмтәһендә махсус ҡоролма төҙөлә лә инде.

Турахан кәшәнәһенең тимер кәртәһе һүтелә. Тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы тағы ла күләмлерәк төҫ алғандай тойола. Биләмәлә, ғөмүмән, Евразия күсмә халыҡтар музейы төҙөлөшө лә планлаштырылған. Әлегә проектлау эштәре дауам итә. Кәшәнә үҙенә сит ил туристарын да йәлеп итәсәгенә шик юҡ.

Азат Ғәлиуллин