Өфө «Нур» татар дәүләт театрында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең балалары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шыршы байрамы үтте. Мажара фойела әкиәт интерактивынан башланды. Балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар, конкурстар, уҙғарылды, бүләктәр таратылды. Сәхнәлә Донецк ҡалаһынан Артем Малаховтың театр режиссеры Азат Йыһаншин сәхнәләштергән «Онотолған төштәр» әкиәте ҡуйылды.
«Нур» театры менән «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысын тормошҡа ашырырға «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы, Беренсе Өфө йәмиғ мәсете һәм башҡалар ярҙам иткән. Сарала 260-тан ашыу бала ҡатнашты.