Өфөлә Раштыуа ваҡытында урамдар ябыла

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 ғинуарҙан 7-еһенә ҡарай төндә Маяковский, Бехтерев, Киров, Баязит Бикбай урамдарының ҡайһы бер өлөштәрендә машиналар менән үтеп булмай. Шулай уҡ Өфөләге 16 ҡорам биләмәһенә үтеү тыйыла.