Башҡортостан шәкәр заводтары 1 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары сеймалдан 151 мең тонна продукция етештергән. Быйыл республикала татлы тамыр 47 мең ярым гектар майҙанда үҫтерелде, 1 миллион 600 мең тонна уңыш йыйып алынды.