Республикала 2023 йылда 600 меңгә яҡын кеше коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия менән файҙаланған. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған. Бының өсөн бюджеттан 1,2 миллиард һум бүленгән. Һәр ғаиләгә яҡынса 1 мең 870 һум субсидия тура килә. Мохтаждарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата субсидия йәки социаль ярҙам тапшырыла.