Рәсәй социаль фондынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ түләүҙәрҙе бөгөндән ҡалмай ала башлай. Инвалидлыҡ буйынса пенсия, СССР һәм Рәсәй Геройҙары, Хеҙмәт Геройҙары, “чернобылсылар” һәм Почетлы донорҙарға ғинуар айына тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр шулай уҡ ваҡытынан алда күсерелә.