«Атайсал» проектында Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте

«Атайсал» проектында ҡатнашыусылар Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн быйыл 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте. Проектта барлығы 5,3 мең кеше ҡатнашты. Уларҙың тырышлығы менән 22 мең проект тормошҡа ашырылды, тағы ла 800-ҙө буйынса эш алып барыла.

«Атайсал» 2021 йылда старт алды. Йомғаҡ яһағанда, проекттың ниндәй масштабҡа еткәненә ғәжәпләнәм. Республика халҡы Кесе Ватанға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер икәнен күрһәтә. Быйыл иң әүҙем төбәктәр - Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Мәләүез, Асҡын, Салауат, Ҡыйғы һәм Бүздәк райондарынан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларынан. Проекттар бик күп - социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау, парктарҙы төҙөкләндереү, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына, китапханаларға ярҙам итеү, фестивалдәр һәм саралар ойоштороу. «Атайсал» сиктәрендә республикала һәйкәлдәр һәм обелисктар ҡуйыла, мәсет һәм сиркәүҙәр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, шишмәләр һәм зыяраттар тәртипкә килтерелә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүсе меценаттарға айырыуса рәхмәтлемен. Улар яугирҙарға автомобилдәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйып оҙата, маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре туплай. Меценттар көсө менән Ватан һаҡсыларының йорттары төҙөкләндерелә. «Атайсал» проектында ҡатнашыусыларға оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙең берҙәмлекте, көсөбөҙҙө иҫбатлаған иң яҡшы проект, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.