Башҡортостан дәүләт телерадиокомпаниһының радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров арабыҙҙан китте

Башҡортостандың телевидение һәм радио тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе. 58-се йәшендә билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпаниһының радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров ҡапыл арабыҙҙан китте.

Ришат Миндияров 1966 йылдың 13 декабрендә Ҡариҙел районы Абдулла ауылында тыуған. 1984 йылда элекке Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Һуңғараҡ диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, юғары уҡыу йортон 1992 йылда уңышлы тамамлай. Ришат Миндияровтың артабанғы тормошо Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы менән бәйле. Уның исеме радиотыңлаусылар һәм телевизор ҡараусыларға тиҫтәләрсә популяр проекттар һәм программалар аша яҡшы таныш. Яғымлы тауышлы, алсаҡ, мөләйем йөҙлө хеҙмәттәшебеҙ һәр ваҡыт кешегә ярҙамсыл булыуы менән дә айырылып торҙо. Йәштәр менән ихласлап эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һоҡланғыс кеше һәм талантлы журналист Ришат Миндияров тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Өфөлә телеүҙәк бинаһы алдындағы майҙанда үтә.