Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында беренсе тапҡыр төбәк-ара самбо ярышы үтте

Мауыҡтырғыс сараны “Ирәндек” хәйриә фонды һәм Баймаҡ районының мәғариф бүлеге һәм Иҫке Сибай мәктәбе ойошторҙо. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

“Ирәндек бөркөтө” исеменә төрлө ауырлыҡ категорияларындағы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ярышы бик сәмле барҙы. Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Сибай ҡалаһынан килгән 80‐дән ашыу спортсы ярышты. Турнирҙа тәжрибәле спортсылар ҙа, яңы ғына шөғөлләнә башлаусылар ҙа ҡатнашты.

Өлфәт Шөғөрөв бала сағынан көрәш менән шөғөлләнә. Әле ул Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тренер булып эшләй. Балаларҙы милли көрәшкә һәм самбо, дзюдо алымдарына өйрәтә.

Самбо ярышының тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сара бик юғары кимәлдә ойошторолған. Еңеүселәргә миҙалдар, маҡтау грамоталары тапшырылды. Дзюдо һәм самбо буйынса ярыштары киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәк