Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһына ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Салауат ҡалаһында ла ғәмәлдәге ил башлығының һайлауҙа ҡатнашыуын хуплайҙар. Ҡала сауҙа үҙәгендә мәғлүмәт майҙансыҡтары булдырылған. Владимир Путин кандидатураһына хуплау белдерергә  була. Уға үҙен-үҙе күрһәтеүсе булараҡ ғинуар аҙағына тиклем 300 меңдән ашыу ҡултамға йыйырға кәрәк. Президент булырға теләүселәрҙе теркәү 10 февралдә  тамамлана. Һайлау 15-17 мартта ойошторола.