Яңы йыл төнөндә Өфөлә йәмәғәт транспорты сәғәт икегә тиклем эшләй

Бөгөн киске сәғәт ундан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына 15-20 минут һайын автобустар йөрөй. Бөгөндән  8 ғинуарға тиклем пассажирҙар транспортының эше ял көнө теҙмәһе буйынса ойошторола. Ҡала маршруттарында үҙгәрештәр көтөлмәй.