Башҡортостанда бөгөн бер нисә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы асылды. Республика башлығы Радий Хәбиров Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһын, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахананы һәм Балаҡатай районының Урғалы ауылында табип амбулаторияһын асыуҙа видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ бер нисә социаль һәм ауыл хужалығы объекттарында булды. БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.
Әлегә Мәсәғүт ауылындағы балалар поликлиникаһы коридорҙары буш, әммә бер нисә көндән улар йәнләнәсәк. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы милли проект сиктәрендә бер миллиард 400 миллион һумға төҙөлгән, ул үҙ ишектәрен ғинуарҙа асасаҡ. Бер сменала 200-гә яҡын кеше квалификациялы медицина ярҙамын ала аласаҡ.
Табип кабинеттары сираттар барлыҡҡа килеү ихтималлығы күҙ уңында тотоп, ата-әсәләр һәм бәләкәй пациенттар өсөн мөмкин тиклем уңайлы урынлаштырылған. Белгестәр ҙә, медицина ҡорамалдары ла етәрлек. Поликлиникала стоматолог һәм ортодонт кабинеттары эшләйәсәк
Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһында видеобәйләнеш аша балалар поликлиникаһын асыуҙа ҡатнашты. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 15 меңдән ашыу балаға беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеләсәк. Балаҡатай районы Урғала ауылы халҡы ла яңы йылға шәп бүләк алды. Башҡортостан башлығының эш сәфәрҙәренең береһендә ауыл халҡы уға амбулатория төҙөлөүөн һорап мөрәжәғәт иткәйне. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ла ашығыс ярҙам станцияһы менән 63 урынлыҡ яңы дауахана асылды. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры төбәктә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу темптарын юғары баһаланы.
Яҡынлашып килгән яңы йыл менән республика башлығы урындағы лицей уҡыусыларын да ҡотланы. Радий Хәбиров белем биреү учреждениеһының башланғыс кластарына иртәнге ашҡа барҙы. Балалар 1972 йылда төҙөлгән бинала ике сменала уҡый. Ата-әсәләр яңы биҫтәлә тағы ла бер мәктәп төҙөлөүен һораны.
Ҡыш боҙ майҙансығында балалар тауышы тынмай. Көн һайын малайҙар сәкән һуға, ҡыҙҙар конькиҙа шыуа. Урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә меңгә яҡын тәрбиәләнеүсе йөрөй. Балалар менән 30 ауыл тренеры шөғөлләнә. Улар быйыл республика спорт бәйгеләрендә 25 призлы урын яулаған, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙан 12 миҙал алып ҡайтҡан. Башҡортостан башлығы спортсыларға уңыштар теләне һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйындарына саҡырҙы.
Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты продукцияһы Дыуан районынан ситтә лә билдәле. Предприятие тәүлегенә 300 тоннаға тиклем һөт эшкәртә. Комбинатта продукцияның сифатына айырыуса баҫым яһала, продуктты яҡшыртыу өсөн комбинат ҡорамалдарын даими яңырта. Һуңғы ике йылда ғына йәлеп ителгән инвестициялар күләме 65 миллион һумды тәшкил иткән.
Күрше Мәсетле районында Радий Хәбиров Оло Ыҡтамаҡ ауылының яңы йыл майҙанында булды, урындағы халыҡ менән аралашты.
Юлдарҙы төҙөкләндереү, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡытлығы, ауылдар менән район үҙәге араһында автобус бәйләнеше, балалар сәнғәт мәктәбенең ҡыйығын төҙөкләндереү - урындағы халыҡ көнүҙәк һорауҙар менән мөрәжғәт итте. Радий Хәбиров һәр мөрәжәғәтте үҙ контроленә алды.
Осрашыу һуңында халыҡ республика башлығы менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Бындай мөмкинлек менән никах туйлаусы йәштәр ҙә файҙаланды. Башҡортостан башлығы уларҙы ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы һәм республикала йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтелеүе дауам итәсәк, тип билдәләне
Лилиә Мәҡсүтова