Радий Хәбиров Дыуан районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Мәсәғүт ауылында Башҡортостан Башлығы Дыуан районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Валерий Курбатовтың ағаһына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Яугир хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң бүләкләнә. Радий Хәбиоров шулай уҡ Республика кардиология үҙәгендә һәләк булғандарҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы барлығын иҫкә төшөрҙө. Бынан тыш, төбәк етәксеһе ата-әсәләренең үтенесе буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларын урта махсус уҡыу йорттарында артабан уҡытыуға һәм уларҙы Өфө дауаханаларында дауалауға ҡағылышлы йөкләмәләр бирҙе.