Ҡала кескәйҙәре өсөн - Яңы йыл бүләге. Баймаҡта 2021 йылда нигеҙ һалынған балалар поликлиникаһы асылды. Объект 5,8 мең квадрат метр майҙандағы өс ҡатлы бина “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттар сиктәрендә сафҡа индерелде.
Поликлиниканы асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, дауахана коллективы ҡатнашты. Ә республика Башлығы Радий Хәбиров менән онлайн режимында бәйләнеш булдырылды. Республика башлығы Баймаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашып, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Яңы медицина бинаның беренсе ҡатында регистратура, ашығыс медицина ярҙам күрһәтеү, ренгент, узи, анализдар алыу бүлмәләре, икенсе ҡатында сәләмәт бала, амбулатор ҡабул итеү, прививкалар эшләү кабинеттары, өсөнсөһөндә дауалау физкультура залы, консультация диагностикалау бүлексәһе урынлашҡан. Әсә һәм бала, уйын бүлмәләре һәр ҡатта бар. Шулай уҡ һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.
Был - барлыҡ баймаҡтар өсөн көтөлгән объект. Заман талаптарына яуап биргән яңы балалар поликлиникаһы көн һайын сменаһына 300 бәләкәй пациентты ҡабул итәсәк.
Раушания Рахимова