Белорет районы Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа индерелде

Яңы йылды заманса социаль-мәҙәни үҙәк менән. Белорет районы Тирлән ауылында мәҙәниәт йортон, музыка-сәнғәт мәктәбен, ололар һәм балалар китапханаһын, ижади түңәрәктәрҙе, спорт секцияларын үҙ эсенә алған заманса объект сафҡа индерелде. Тирлән ауылы халҡын, объектты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағы тап Республика башлығы башланғысы менән төҙөлгән. Белореттарҙың шатлығын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Фәйрүзә Лепихина 7-се тиҫтәһен ваҡлай, бала саҡтан сәхнәгә йыр-моңға ғашиҡ. Тирлән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбленә лә, бейеү түңәрәген лә йөрөй. Әммә ошоға тиклем коллективтарҙың ижад итеү өсөн уңайлы шарттары булмай.

Боҙ урынынан 2018 йылдың декабрендә ҡуҙғала. Белорет районынан эш сәфәре баршында Башҡортостан башлығы Тирлән халҡы менән осраша. Һөйләшеү мәлендә ауылда мәҙәниәт усағы асыу мәсьәләһе күтәрелә. Радий Хәбиров яңы объектты төҙөү ниәтен хуплай. Cөнки ғәмәлдәге клуб бер быуаттан ашыу хеҙмәт иткән була. Вәғәҙә-иман, яңы йылға Тирләндәр заман социаль-мәҙәни үҙәк менән аяҡ баҫа.

Төҙөлөш эштәре 2021 йылда башланған. 3 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән объект «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән.

Мәҙәниәт усағы музыка мәктәбен, китапханаларҙы, ижади түңәрәктәрҙе, тренажер за ике ҡатлы булыуға ҡарамаҫтан бинала ошондай заманса ҙур лиф та бар. Был берҙән физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн, сөнки китапхана өҫтә ҡатта урынлашҡан. Икенсенән, йөк ташыу ихтыяжы ла бар, объекттың подвалында бай китап фонды ҡаралған.

Бар уңайлыҡтары булған яҡты, иркен мәҙәниәт учреждениеһын төҙөүгә 210 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был әлбиттә, тәү ҡаралған проект хаҡынан күберәк, айырма һуңғы осорҙа төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеү менән бәйле.

Тирлән Белорет районының иң ҙур ауылдарының береһе, урында 4 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ерле халыҡ сәнғәткә, мәҙәниәткә, ижадҡа ғашиҡ. Тирләндә ике тиҫтәгә яҡын коллектив, бөр өлгөлө ансамбль эшләй. Балалар араһында ла ижад менән шөғөлләнеүселәр күп.

Мәҙәниәт учреждениеһын хәҙер ысын мәғәнәһендә тирләндәрҙең мәҙәни һәм ижади үҙәге тип атарға мөмкин. Бында төрлө тамашалар ҙа, ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторорға була. Белореттың данлыҡылы ағас оҫтаһы Рәис Сәләхетдинов та ошо ауылдан, ул йәш быуынды һырлау серҙәренә өйрәтә.

Тирләндәр әйтеүенсә, заманса шарттар йәш быуынды мәҙәниәткә, сәнғәткә йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Заманса учреждение ауыл уртаһында балҡып, тирә-йүнгә йәм биреп тә тора.

Рәмзиә Кәримова