Махсус хәрби операция биләмәһенә быйылғы йылдағы һуңғы гуманитар ылау юлға сыҡты

Яугирҙарға, шулай уҡ Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам 20 фураға тейәлгән. Уларға техника, ағас материалдар, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, костюмдар, аҙыҡ-түлек, туғандарынан посылкалар һәм яңы йылға бүләктәр әҙерләнгән.

Йөк балалар йорттарына һәм госпиталдәргә лә таратыласаҡ. Колонна составында Башҡортостан полкына тәғәйенләнгән ике ат та бар. Юлға сығыр алдынан илдең яңы төбәктәренә гуманитар миссия менән йөрөүселәр бүләкләнде. Әле киләһе гуманитар ылау өсөн йөк туплана, ул 2024 йылдың ғинуарында оҙатыла.

Беҙ бер полк өсөн генә түгел, ә бер нисә полк өсөн йөк туплайбыҙ. Уларҙы таратыу, әлбиттә, тиҙ түгел. Девиз дөрөҫ һайланған: «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Башҡаса мөмкин түгел.

Наталья Хөснөтдинова, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге баш белгесе