Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск яңыртыла. Федоровка районы Кузьминовка ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнаша. Проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышында ауылдаштар Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндерергә тигән ҡарарға килде.
Билдәле булыуынса, программа республика, муниципаль берәмектәр бюджеттарының финанс ресурстарын, физик һәм юридик шәхестәрҙең сығымдарын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм. Уның ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Кузьминовка ауылындағы осрашыуҙа проект буйынса эште координациялау, шул иҫәптән 5 кешенән торған халыҡ аҡсаһын йыйыу өсөн инициативалы төркөм һайланды.