Ҡуян хеҙмәт сафын Аждаһаға тапшырырға әҙерләнә. Халыҡ байрам мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Туғандарға, яҡындарға бүләк барлауҙан башҡа, байрам табынына нимә әҙерләү, өҫкә нимә кейеү тураһында хәстәрләйбеҙ. Йыл уңышлы килһен өсөн был йәһәттән ниндәй кәңәштәр бар? Белгестәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Ялтырауыҡ биҙәүестәр, ынйы мәрйендәр һәм ҡыҙыл бәрхәт. Яңы йыл төнөндә иң матуры булыр өсөн, гүзәл заттарға ошо әйберҙәр менән гардеробты байытыу кәңәш ителә. Аждаһа иң сағыу төҫтәрҙе һәм иң аҫыл биҙәүестәрҙе ярата. Алһыу һәм зәңгәр төҫтәрҙе үҙ итмәй. Байрам төнөндә эксперименттарҙан ҡурҡмай, иң сағыу образдарға тәүәккәләгәндәр йыл буйына бәхетле булыр, ти стилистар.
Ҡыҙыл төҫтәге кейемдәрҙе ут стихияһына ҡараған йондоҙнамә вәкилдәренә кейергә кәңәш ителә. Астропсихологтар әйтеүенсә, уларға Аждаһа быйыл айырыуса йылы мөнәсәбәттә буласаҡ. Ә ер билдәләренә уңыш аҙыраҡ йылмаясаҡ. Ғөмүмән, 2024 йыл карма йылы булыр, тип көтөлә.
Аждаһа йылы булғанға, байрам өҫтәленә ҡуйыласаҡ аш-һыуҙы бешергәндә, әсе соустарҙы йәлләмәй һалырға мөмкин. Әйтәйек, иткә боростан соус йәки аджика өҫтәргә була. Теләгәндәр өҫтәлде оливье, тун аҫтындағы селедка кеүек классик турамалар менән байыта ала. Нимә кейеү, нимә бешереү - һәр кемдең үҙ теләге. Иң мөһиме Яңы йыл бәхет алып килһен.
Рәзилә Ғиниәтуллина