«Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова бөгөн ике баланың хыялын тормошҡа ашырҙы. Өфө ҡалаһынан Әминә Саҙрыева ҡурсаҡтар йорто, ә Микаэль Гаврилов «Аксаков шыршыһы» байрамына саҡырыу һәм конструктор менән бүләкләнде. Икеһе лә «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы ҡатнашыусыһы. Балалар бүләктәрен алғандан һуң, Каринэ Хәбирова артабан ғаилә ағзалары менән фекер алышты. Осрашыу бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.