Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында яңы йыл тамашаһы үттте

Байрамға килеүселдәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары менән бергә йырлап-бейеп күңел асты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

«Ҡашҡаҙан» паркы һуңғы ваҡытта Өфө халҡының яратҡан ял урынына әүерелгән. Төҙөкләндерелеү эштәре тамамланғандан һуң бында өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла заманса шарттар тыуҙырылған. «Ҡашҡаҙан» паркы уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Хәҙер был биләмә йыл әйләнәһенә гөрләп тра, майҙандан халыҡ өҙөлмәй. Байрамға килеүселәр әйтеүенсә, «Ҡашҡаҙан» паркын хәҙер Сипайлово биҫтәһенең йөҙөк ҡашы, тип атарға мөмкин. Ошондай программалар күберәк булһын, халыҡҡа заманса ял зоналары булдырылһын, ти байрам ҡунаҡтары.