Башҡортостан дәүләт концерт залында Өфөлә йәшәүсе балаларға Яңы йыл шыршыһы байрамы уҙғарылды

Яңы йылға хәйриә тамашаһы. Башҡортостан дәүләт концерт залында Өфөлә йәшәүсе балаларға Яңы йыл шыршыһы байрамы уҙғарылды. Тамашала баш ҡала райондарында йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың - бөтәһе 800 ҙән ашыу бала ҡатнашты. Байрамға килеүселәргә бүләктәр таратылды, «Ҡыш бабай һәм ваҡыт ҡапҡалары» исемле яңы йыл әкиәте күрһәтелде.