Бөгөн Республикала Спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө старт ала

Каникулда 500-ҙән ашыу сара уҙғарыла. Бөгөн һәр кеше "Вәғәҙәләр йүгереше"ндә ҡатнаша  ала. Өфөлә Ленин майҙанында, "Карауанһарай"ҙа һәм "Ҡашҡаҙан" паркында йыйылыусылар 2 мең 24 метрға  йүгерә. Өфөлә был көндәрҙә  32 каток,  22 саңғы трассаһы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Шулай уҡ фехтование, биатлон, шахмат буйынса ярыштар уҙғарыла.