Халыҡтан 240 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Юлдар торошо, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса һорауҙар күп булған. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары һәм Иглин районы халҡынан ҡабул ителгән.