Башҡортостанда хәмер һатыу сикләнә

Яңы йыл каникулында, 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа киске биштән иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлек  алып булмай. 6 ғинуарҙа бындай сикләү сәғәт биштән төнгө 11-гә тиклем ҡаралған. Закон кафе, ресторан һәм барҙарға ҡағылмай. Сикләүҙе боҙған ойошмаларға 300 мең һумға тиклем штраф һалына.