Бөгөн төндә Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында янғын булған. 8 кешенән торған ғаилә янғын иҫкәртеү приборын ишетеп тышҡа сығып өлгөргән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса ут ихатаны биҙәгән гирлянданан сыҡҡан, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Бөгөн төндә Шишмә районында ла янғын булған. Бер кешенең ғүмере өҙөлгән.