Мөрәжәғәттәр башлыса «ашығыс ярҙам» саҡыртыуға бәйле. Әгәр ғәҙәти көндәрҙә бер диспетчер тәүлегенә 600-ләп шылтыратыу ҡабул итһә, Яңы йылда был күрһәткес күпкә арта. Байрам көндәрендә 15-ләп хеҙмәткәр дежурҙа ҡала.